+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Декабрь 2020, 12:29

Нисек дөрөҫ туҡланырға?

«Рәсәй электрон мәктәбе» платформаһында сәләмәт һәм дөрөҫ туҡланыуға арналған дәрес башлана. Был программа «Демография» милли проектының «Сәләмәт туҡланыу» проекты буйынса ғәмәлгә ашырыла.

Видео-сюжеттар форматындағы дәрес «Милли өҫтөнлөктәр» автономлы коммерция булмаған ойошма тарафынан «Туҡланыу һәм биотехнология федераль тикшеренеү үҙәге», Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте, «Мәғариф» компания төркөмө менән берлектә булдырылған. Уның маҡсаты – уҡыусыларға туҡланыу рационы һәм тәртибе нимә булыуын, ни өсөн уларҙы үтәргә кәрәклеген, кеше өсөн кәрәкле матдәләр теҙмәһен, шулай уҡ теге йәки был аҙыҡ-түлектең калориялылығын аңлатыу. Дәрес аҙағында бөтә ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа алынған белемдәрен интерактив эштәр аша тикшерә ала. Әлеге сәләмәт туҡланыу программаһына 2024 йылға тиклем Рәсәйҙең 80 төбәгенән 30 миллиондан ашыу кешене йәлеп итеү күҙаллана.
Фото: интернет селтәренән.
Читайте нас: