+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2020, 14:10

"Яҡындарыбыҙ иҫән-һау булһын"

Башҡортостан Башлығы матбуғат конференцияһында ғаилә традициялары тураһында һөйләне.

Байрам асылмаларына киләһе йылға теләктәр яҙалар, икән. "Йыл һайын беҙ хәләл ефетем менән Яңы йыл төнөндә открыткаларыбыҙға бер-беребеҙҙән йәшереп, алдағы йылға алған маҡсаттарыбыҙҙы, хыялдарыбыҙҙы яҙабыҙ ҙа йыл дауамында уларҙы тормошҡа ашырырға тырышабыҙ. Ә киләһе Яңы йыл байрамында уларҙы алып, теләктәребеҙ тормошҡа ашыу-ашмауын сағыштырып ҡарайбыҙ. Ә хыялдар бер инде – туғандарыбыҙҙың һәм яҡындарыбыҙҙың иҫән-һау булыуы”, - тине Радий Хәбиров.
Фото : "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтынан.
Читайте нас: