+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар 2021, 08:51

Бөгөн – Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө

Бөгөн республикабыҙҙа – Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө. Ә һеҙ, дуҫтар, тәбиғәтебеҙҙе, хайуан-ҡоштарыбыҙҙы һаҡлауға үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙме?

Әле тышта бик һыуыҡ. Был осорҙа ҡоштарға аҙыҡ табыуы ауырлаша. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ярҙам кәрәк. Тағараҡтар эшләп, унда емдәр һалып торһағыҙ, күп ҡоштарҙы һаҡлап ҡалыр инек. Килештекме? Ә кемдәр тағараҡтар эшләй белмәй, бөгөн көндөң тәүге яртыһында экология-биология үҙәктәрендә оҫталыҡ дәрестәре уҙасаҡ. Ә икенсе яртыһында ҡоштарҙы белеү буйынса белемегеҙҙе тикшереп ҡарай алаһығыҙ.
Читайте нас: