+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар 2021, 11:21

Күренекле башҡорт мәғрифәтсеһенә бағышлап

Республикабыҙҙа күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, ғалим, дин әһеле, Ҡара табын башҡорт ырыуы вәкиле Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған саралар уҙасаҡ.

Бындай саралар 8 ғинуарҙа шағирҙың тыуған төйәгендә Тәтешле районында башлана. Иҫке Соҡор ауылында Ғәли Соҡорой йорт-музейына мемориаль таҡтаташ ҡуйыласаҡ. Сара ҡунаҡтары өсөн экскурсия үткәреләсәк, улар мәсетте ҡараясаҡ һәм Ғәли Соҡорой ерләнгән урынға барасаҡ. Сарала ҡатнашыусылар район тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейындағы Ғәли Соҡоройҙоң тормошона һәм ижадына арналған күргәҙмә менән танышасаҡ. Үрге Тәтешле ауылының Үҙәк майҙанында концерт программаһы көтөлә. «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө һәм Zainetdin шоу-проекты ла ла ҡатнашасаҡ.
Ә 14 ғинуарҙа филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы мөдире Ғиниәтулла Ҡунафин онлайн форматта «Ғәли Соҡорой шиғриәтендәге донъяуи мотивтар» темаһына лекция уҡыясаҡ. Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған саралар республикабыҙҙың белем биреү учреждениеларында ла дауам итәсәк. Мәктәптәрҙә синыф сәғәттәре, викториналар, конкурстар, Ғәли Соҡоройҙоң тормошо һәм ижады арналған күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.
Читайте нас: