+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар 2021, 19:22

Стәрлебаш районында ӨДНТУ-ның информатика синыфы асылды

Стәрлебаш районы Стәрлебаштың 1-се мәктәбендә Өфө дәүләт нефть техник университетының тәүге информатика синыфы асылды. Район хакимиәте, әлеге юғары уҡыу йорто һәм белем усағы араһында килешеү 2019 йылда уҡ төҙөлгәйне.

Яңы информатика бүлмәһенең дизайн-проекты ӨДНТУ студенттары тарафынан уйланып, ғәмәлгә ашырылған. Юғары уҡыу йортоноң ректоры Олег Баулин һүҙҙәренсә, Стәрлебаш районы абитуриенттары, ғәҙәттә, Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларындағы филиалдарға уҡырға инә.
Читайте нас: