+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар 2021, 18:55

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөнә Әбүбәкер мәктәбе ҡушылды

Бөгөнгө Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөнә Хәйбулла районы Әбүбәкер мәктәбе уҡыусылары ла әүҙем ҡушылды. Был турала беҙгә ошо белем усағының уҡыусыһы Әминә Билалова хәбәр итә.

– Уҡыусылар беҙҙең яҡта ҡышлаусы ҡоштарға үҙ ҡулдары менән эшләгән тағараҡтар алып килде. Уҡытыусылар ҡағыҙ ҡаптарҙан, пластик һауыттарҙан еңел генә юл менән тағараҡтар эшләргә лә өйрәтте. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға әҙерләгән бүләктәребеҙгә ем, тәмлекәстәр һалып, мәктәп алдында үҫкән ағастарға элеп ҡуйҙыҡ. Ҡоштар ҙа ҡыуаныр, беҙ ҙә бик шат булдыҡ, – тип яҙа ҡыҙ.
Бына ниндәй тирә-яҡ мөхитте һаҡлаусылар үҫеп килә. Афариндар ҙа инде!
Читайте нас: