2 ғинуарҙа уҙған сарала барлығы 5056 бала ата-әсәһе менән ҡатнашҡан, район һәм ҡалаларҙа 3017 тағараҡ эшләп, эленгән. Ошо ҡышҡы һалҡын көндәрҙә күптәр ғаиләләре менән ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы һыйларға сыҡҡан.
Акция үткән майҙансыҡтарҙа, 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса, тәбиғәтте һаҡлау сараларында еңеүселәр һәм призёрҙар ҙа бүләкләнгән. Уларҙың ойоштороусылары булып мәғариф һәм фән, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтары сығыш яһаған.