+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2021, 10:03

Фестиваль сиктәрендә Бөтә Рәсәй ҡарһылыуҙар парады үтәсәк

Баш ҡалабыҙҙа «TERRA ZIMA» фестивале сиктәрендә ҡышҡы һабантуй ойошторолдо. Ул «Торатау» конгресс-холының аҫҡы майҙансығында үтте.

Байрам уңайынан балалар һәм өлкәндәр өсөн тематик уйындар һәм күңел асыу программалары уҙғарылды. Уҡтан атырға, бүрәнә өҫтөндә тоҡ менән алышырға, атта һыбай йөрөргә мөмкин ине. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡандар Ҡыш бабайҙың бүләктәрен дә алып һөйөндө.
Унан тыш, республикабыҙҙа тәүге тапҡыр самауырҙар конкурсы ла үтте. Унда еңгән иң яҡшы самауырсыға 50 мең һум күләмендә аҡсалата приз биреләсәк.
Ә бөгөн, 3 ғинуарҙа, баш ҡалала Бөтә Рәсәй ҡарһылыуҙар парады уҙа. Уны Өфөлә билдәле эстрада йырсыһы Анна Семенович етәкләй. Йөрөш «Торатау» конгресс-холынан башланып, Зәки Вәлиди урамы буйлап үтәсәк. Парадта ҡарһылыу булып кейенгән бөтә теләүселәр ҙә ҡатнаша ала. Иң күп тауыш йыйған ҡатнашыусы 100 мең һум күләмендә приз аласаҡ. Сара көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.
Әлеге «TERRA ZIMA» фестивале 4 ғинуарҙа тамамланасаҡ.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: