+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2021, 23:20

Ололар ҙа, балалар ҙа сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп ителә

Бөтә Рәсәй спорт һәм сәләмәтлек ун көнлөгө уңайынан Әлшәй районында ла спорт сараларын үткәреү дауам итә. Уларҙың маҡсаты – халыҡты әүҙем, сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү.

Бөгөн, 3 ғинуарҙа, «Сәләмәт быуын – көслө төбәк» проектына ярашлы, райондың бөтә белем биреү учреждениеларында I–II синыф уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашлығында «Яңы йыл ғаилә уйындары – 2021» фестивале үткәрелде. Унда 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
Унан тыш, бөтә район буйынса тренер-педагогтар һәм физик культура уҡытыусылары конькиҙа йөрөү, хоккей спорты буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо, шулай уҡ саңғыла ярыштар ҙа үткәрелде. Раевка ауылы стадионында йәштәр командалары араһында футбол буйынса ҡышҡы турнир уҙғарылды. Ошо уҡ көндө Ибрай ауылына яҡын Дим йылғаһында балыҡ тотоусылар ҙа ярышты.
Читайте нас: