+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2021, 22:43

«Яңы йыл ғаилә уйындары – 2021» башланды

3 ғинуарҙа республикабыҙҙың 637 мәктәп биләмәһендә һәм спорт майҙансыҡтарында «Яңы йыл ғаилә уйындары – 2021» старт алды. Унда 17 мең кеше ҡатнаша.

Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү йәһәтенән быйыл спорт ғаилә уйындары саф һауала тышта үткәрелә. Ҡатнашыусылар саңғыла уҙыша, санала ваҡытҡа ярыша, быйма кейеп, хоккей уйнай.
Был сараны үткәреү йолаға әйләнеп бара. Уны мәғариф һәм фән министрлығы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе ярҙамында ойоштора. Уйындарҙа 50 меңдән ашыу бала һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашыуы көтөлә. «Яңы йыл ғаилә уйындары – 2021» раҫланған график буйынса 6 ғинуарға тиклем дауам итәсәк.
Читайте нас: