+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2021, 10:09

Төбәк этабына үткән уҡыусылар әҙерлек курстарына саҡырыла

«Аврора» һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашасаҡ IX–XI синыф уҡыусыларын әҙерлек курстары үтергә саҡыра. Уҡыуҙар 6 ғинуарҙан 16 февралгә тиклем дистанцион рәүештә ойоштороласаҡ.

Әҙерлек курстары урыҫ теле һәм әҙәбиәте, химия, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, физика, биология, иҡтисад, хоҡуҡ, йәмғиәтте өйрәнеү, экология, математика, тарих, география, сәнғәт, инглиз һәм немец телдәренән үтәсәк. Дәрестәрҙе предмет-методик комиссиялары, олимпиадаларҙың төбәк этаптағы жюри ағзалары, юғары уҡыу йорттары һәм белем усаҡтарының алдынғы уҡытыусылары уҙғарасаҡ.
Әҙерлек курстарында ҡатнашырға теләүселәргә ғариза тултырырға (https://avroracenter.com/platnye-obrazovatelnye-uslugi) һәм түләү тураһында электрон чекты ошо адрес буйынса [email protected] ебәрергә кәрәк. Курстар түләүле. Тулыраҡ һорауҙарға яуапты 8-937-305-58-51 телефоны буйынса (Элина Марат ҡыҙы) алырға мөмкин.
Читайте нас: