+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ғинуар 2021, 09:48

2021 йылда БДИ нисек уҙасаҡ?

Пандемия айҡанлы Рәсәйҙә Берҙәм дәүләт имтиханы яңы ҡағиҙәләр буйынса үтәсәк. Коронавирус пандемияһы булһа ла 2021 йылда ла был һынау төрө бөтөрөлмәйәсәк әле.

– Ғәҙәттәгесә, һынауҙар БДИ үткәреү пункттарында ойоштороласаҡ.
– Төп тапшырыу осоро – 24 майҙан 1 июлгә тиклем.
– Мотлаҡ тапшырыла торған фәндәргә урыҫ теле һәм математика индерелде. Сит телдән мотлаҡ һынау индермәҫкә ҡарар ителде.
– Әлеге йылда ла юғары уҡыу йорттарына уҡырға инмәгән уҡыусылар БДИ тапшырмаясаҡ. Имтиханды алдан тапшырыу осоро үткәрелмәй.
– Берҙәм дәүләт һәм Төп дәүләт имтихандары эштәренә етди үҙгәрештәр индереү көтөлмәй.
Читайте нас: