-11 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ғинуар 2021, 00:35

«Глобус» балалар ижады үҙәге командаһы еңеүсе булды

Бөгөн, 4 ғинуарҙа, Ҡар һәм боҙ фестивале көнө булды. Балалар ҡарҙан нимәләр генә эшләмәне: ҡаласыҡ та төҙөнөләр, ҡар бабай, төрлө һындар ҙа яһанылар. Бик күңелле булды!

Белем биреү учреждениелары командалары араһында үткәрелгән «Ҡарлы скульптура» ҡала конкурсы «Ишеккә Яңы йыл туҡылдата» проектына ярашлы ойошторолдо. Ҡыҙҙар һәм малайҙарға ата-әсәйҙәре, педагогтары ла ярҙам итте. «Глобус» балалар ижады үҙәге командаһы Ирина Николаевна Минеева етәкселегендә ярыштың еңеүселәре тип табылды.
Читайте нас в