+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ғинуар 2021, 11:33

#ЗдоровыйВНовыйГод марафоны бара

#МыВместе Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы, 30 декабрҙән 10 ғинуарға тиклем «Инстаграм»да #ЗдоровыйВНовыйГод марафоны үтә.

Дуҫтар, Яңы йыл каникулдарын күңелле, әүҙем итеп үткәреп, яңы ғәҙәттәр булдырып, бының өсөн шәп бүләктәр ҙә оторға мөмкин.
Бының өсөн өс ҡағиҙәне үтәү талап ителә:
  1. Яңы йылды байрам итеү көндәрендә сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙың ҡайһыныһын һайлауыңды билдәләргә: йүгереү, саф һауала зарядка яһау, турникта шөғөлләнеү, саңғыла йөрөү, конькиҙа шыуыу...
  2. Социаль селтәрҙәрҙә сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуың тураһында фото йәки видео ҡуйып, үткән йылда ниндәй насар ғәҙәтеңде ҡалдырыуың, быйыл 2021 йылда ниндәйенә эйә булыуың тураһында һөйләргә.
  3. Ойоштороусыларҙың аккаунттарын билдәләргә һәм #ЗдоровыйВНовыйГод хэштегын ҡуйырға.
  4. Иң ҡыҙыҡлы 15 яҙма авторы ойоштороусыларҙан ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ. Йомғаҡ @volmedic аккаунтында 12 ғинуарҙа яһаласаҡ.
    Читайте нас: