+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ғинуар 2021, 01:01

Обуховтарҙың күргәҙмәһе асыла

Фотоһүрәттә күргән эштәр бигерәк матур, эйеме? Улар – Обуховтар ғаиләһенең эштәре. 7 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 1-ҙә баш ҡалабыҙҙың «Урал» галереяһында күргәҙмәләре лә асыла.

Обуховтар ғаиләһе эштәрен «һалам» техникаһында эшләй. Бер ғаиләнән дүрт оҫта сыҡҡан: Сергей, Елена, Марина һәм Роза Михайловна. Улар ижад менән буш ваҡытта шөғөлләнә. Ижади ҡыҙыҡһыныуҙары 1981 йылда башланып киткән. 1994 йылдан халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк, республика конкурстарында ла ҡатнашып торалар. Бихисап һанлы диплом, награда эйәләре лә. Бер-береһенә оҡшамаған 12 шәхсән күргәҙмәләрен дә ойошторғандар.
Ә 12 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә ошо уҡ «Урал» галереяһында һаламдан төрлө әйберҙәр эшләү буйынса Сергей Викторович Обухов оҫталыҡ дәресе лә үткәрәсәк. Балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә көтөп ҡалалар.
Читайте нас: