+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2021, 21:21

10 ғинуар - Милли кухня көнө

Был көндө Башҡортостандың ҡала һәм райондарында Яңы йыл байрамдарына арналған "Милли кухня көнө" тип аталған аш-һыу флешмобы ойошторола.

Күләмле акция туҡланыу индустрияһы өлкәһендә белгестәрҙең абруйын күтәреү, уларҙың ҡаҙаныштарын һәм алдынғы тәжрибәләрен пропагандалау өсөн уҙғарыла. Уға теләгән һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн #БлюдоНовогоднегоCтола яратҡан яңы йыл ризығы» тигән хэштег аҫтында үҙегеҙгә оҡшаған рецебығыҙҙы урынлаштырырға кәрәк.
Флешмобта популяр Өфө ресторандарының шеф-ашнаҡсылары ла ҡатнашасаҡ. Көн дауамында улар социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яратҡан аш-һыу рецептары менән видео уртаҡлаша. Сараны Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау министрлығының "Бәйләнештә", Класташтар, Instagram һәм Facebook аккаунттарында ла күҙәтергә мөмкин.
Читайте нас: