+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2021, 11:08

Бөтә юғары уҡыу йорттары ла яңы сервисҡа тоташтырыла

2022 йылдан Рәсәйҙең бөтә юғары уҡыу йорттары ла «Юғары уҡыу йорттарына онлайн уҡырға инеү» тигән яңы сервисҡа тоташтырыласаҡ. Тейешле ҡарар хоҡуҡи рәсми мәғлүмәт порталында донъя күрҙе.

Индерелгән яңылыҡ абитуриенттарға уҡырға инеү барышын дистанцион рәүештә күҙәтергә мөмкинлек бирә. Нимәлер башҡарғанда ғәмәлеңде электрон ҡултамға менән нығытыу кәрәк буласаҡ. Сервистың эшенә Рәсәйҙең мәғариф, һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлыҡтары, мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт яуаплы була.
Әлеге сервис 2020 йылдың июнендә эшләй башлаған, ошо ваҡытта уға 54 юғары уҡыу йорто тоташтырылған. Ә 2021 йылда тағы ла 137 юғары уҡыу йорто документтарҙы онлайн ҡабул итәсәк, 2022 йылдан был система бөтә илгә тарала.
Читайте нас: