+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2021, 12:46

«Уҡыусылар өсөн халыҡ мәҙәниәте» Бөтә Рәсәй акцияһы ойошторола

«Уҡыусылар өсөн мәҙәниәт» ведомство-ара мәҙәни-белем биреү проектына ярашлы, ғинуарҙа «Уҡыусылар өсөн халыҡ мәҙәниәте» Бөтә Рәсәй акцияһы уҙасаҡ.

Илдең бөтә төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, онлайн-концерттар, оҫталыҡ дәрестәре, виртуаль күргәҙмәләр, веб-экспедициялар, этночеллендждар, флешмобтар ойоштороласаҡ. Үткәреләсәк сараларҙың маҡсаты – уҡыусыларҙы Рәсәйҙең күп милләтле йолалары менән таныштырыу, тикшеренеү һәм ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү.
Әлеге проект 14 ғинуарҙа старт аласаҡ. Ул Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт, фән министрлыҡтары, В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: