+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2021, 11:00

«Тауыш» шоуы еңеүсеһенә маҡтаулы исем бирелде

Беренсе каналдың туғыҙынсы «Тауыш» шоуы еңеүсеһе Яна Ғәббәсоваға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеме бирелде. Был турала йәш артист «Инстаграм» селтәрендә хәбәр итә.

Йәш йырсыға маҡтаулы исемде республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
– Был- ҙур хөрмәт, – тип яҙа ҡыҙ социаль селтәрҙәрҙә һәм республика етәксеһенә оло рәхмәтен белдерә.
Яна Ғәббәсова — Нефтекама ҡыҙы. 17 йәшлек йәш артистка илдең төп йыр проектының йомғаҡлау этабына үткән берҙән-бер ҡыҙ булды. Проект еңеүсеһенең һүҙҙәренсә, «Тауыш» шоуынан һуң ул үҙенең йырҙарын ижад итеп, тыңлаусыларын ҡыуандырырға теләй.
Читайте нас: