+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2021, 10:44

Йәш хәбәрселәр фестивале үтәсәк

Баш ҡалабыҙҙа йәш хәбәрселәрҙең беренсе республика фестивале үтәсәк. Уны Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының журналистика кафедраһы ойоштора.

26 ғинуарҙа уҙасаҡ фестивалгә X–XI синыф уҡыусылары һәм колледж студенттары саҡырыла. Был көндө оҫталыҡ дәрестәре, «түңәрәк өҫтәл»дәр, видеокүперҙәр, ҡыҙыҡлы шәхестәр, университет уҡытыусылары менән осрашыуҙар көтөлә. Фестивалдә яңы проект иғлан ителеп, «Йәш хәбәрселәр» клубы төҙөләсәк.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн 20 ғинуарға тиклем [email protected] электрон почтаһына ғариза бирергә кәрәк. Унда ҡатнашыусының исем-шәрифен (тулыһынса), бәйләнеш өсөн телефонын, синыфы йәки курсын, электрон почтаһын күрһәтеү мотлаҡ. Бөтә һорауҙарға яуаптарҙы 8 (347) 273 – 93 – 12; 8 – 965 – 656 – 26 – 56 телефондары буйынса алырға мөмкин.
Читайте нас: