+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2021, 12:17

Ғаризалар 29 ғинуарға тиклем ҡабул ителә

Лев Выготский исемендәге халыҡ-ара конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү дауам итә.

Әлеге бәйгелә 2 айлыҡтан алып 7 йәшкә тиклемге балалар менән эшләгән педагогтар, балалар менән эшләү тәжрибәһе булған сығарылыш курс студенттары, аспиранттар, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының мөдирҙәре, эшҡыуарҙар, шулай уҡ мәғариф өлкәһендә эшҡыуарлыҡ алып барырға теләгән атай-әсәйҙәр, педагогтар, балалар баҡсалары һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала. Ғаризалар ҡабул итеү сайтта 29 ғинуарға тиклем дауам итә. Ҡатнашыу өсөн конкурс сайтында теркәлеү үтергә кәрәк.
Һөҙөмтәләр март айында билдәле буласаҡ. Бәйгелә барлығы 211 еңеүсе асыҡланасаҡ. Уларҙы аҡсалата приздар, алдынғы мәктәпкәсә белем биреү эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында йәйге мәктәп, Рыбаков фонды тарафынан булдырылған «ПРОдетей» программаһы буйынса уҡыу көтә.
Читайте нас: