+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2021, 16:33

«Асыҡ ишектәр көндәре» бер аҙна дауам итәсәк

БДУ-ла 19-нан 26 ғинуарға тиклем абитуриенттар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн «Асыҡ ишектәр көндәре» үтәсәк.

Тәүге көндө юғары уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһы эксперттары 2021 йылғы ҡабул итеү кампанияһының үҙенсәлектәре, әҙерлек йүнәлештәре, БДУ-ла уҡыуҙың өҫтөнлөктәре хаҡында һөйләйәсәк, ҡабул итеүгә ҡағылған бөтә һорауҙарға яуап бирәсәк. Онлайн-осрашыу БДУ-ның рәсми YouTube каналында 19 ғинуарҙа киске сәғәт 7-лә уҙасаҡ.
Унан һуң биш көн буйына БДУ-ның факультеттары һәм институттары вәкилдәре буласаҡ абитуриенттар менән дистацион рәүештә аралашасаҡ. Онлайн-аралашыуҙар махсус график буйынса «Бәйләнеш» селтәрендә тура эфирҙа барасаҡ.
20 ғинуар: БДУ колледжы (17.00); философия и социология факультеты (18.00); физика-техник институты (19.00).
21 ғинуар: биология факультеты (17.00); Тарих һәм дәүләт идаралығы институты (18.00); башҡорт филологияһы, шәрҡиәтселек һәм журналистика факультеты (19.00).
22 ғинуар: инженер факультеты (17.00); Хоҡуҡ институты (18.00); психология факультеты (19.00).
25 ғинуар: химия факультеты (17.00); филология факультеты (18.00); Иҡтисад, финанс һәм эшҡыуарлыҡ институты (19.00).
26 ғинуар: математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты (17.00); ер һәм туризм фәндәре факультеты, роман-герман филологияһы факультеты (19.00).
Тулыраҡ мәғлүмәтте 8 (347) 229-97-21, 8-987-029-97-21, 8-986-700-97-21 (ватсабы бар) телефондары буйынса алырға була.
Читайте нас: