+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2021, 14:50

Маладис, Искәндәр!

15 йәшлек ҡыйыу егет пенсионер йәшендәге оло ҡатынды үлемдән ҡотҡара. Нисек, тиһегеҙме? Нефтекама ҡалаһында йәшәгән Искәндәр Зөфәров урманға йүгерергә сыға. Ҡапыл ерҙә ятҡан кешене күреп ҡала һәм янына ярҙамға ашыға.

Йығылған ҡатын аяғына баҫа алмай, "Тиҙ ярҙам" саҡырырға тәғәйен юл саты ла түгел. Егет тә юғалып ҡалмай, 100 метр тирәһе арҡаһына һалып бара ла һәм ярҙамға дуҫын саҡыра. Икәүләп юлға сығаралар һәм "Тиҙ ярҙам" машинаһы хеҙмәткәрҙәренә тапшыралар. Йығылған ҡатын юғары ҡан баҫымы сире менән яфаланған була, шуға ла ныҡ йылы кейенеүе арҡаһында тыны ҡыҫылып йығыла...
Искәндәр Зөфәровкә батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн Маҡтау ҡағыҙы тапшырғандар. Афарин, Искәндәр! Һинең кеүек егеттәр күберәк булһын ине!
Фото интернет селтәренән.
Читайте нас: