+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2021, 16:59

Әремдән дарыу яһаһалар, ҡайһылай шәп булыр ине

Эҫе әрем төнәтмәһе кеше организмына коронавирусҡа ҡаршы көрәшергә ярҙам итә, тип иҫәпләй Америка ғалимдары. Шуға алдағы көндәрҙә был үҫемлектән вакцинаға торошло дарыу ҙа яһарға ниәтләйҙәр.

Ә Рәсәй табиптары иһә әлеге уйға шикләнеп ҡарай. Уларҙың һүҙҙәренсә, әрем төнәтмәһенең вирусҡа ҡаршы тороусанлығы булһа ла, әммә дөйөм алғанда, ярҙам итеүсе сара кеүек кенә ҡулланыла ала.
Әрем менән тәүге клиник һынауҙар уңышлы үткән. Америка ғалимдары лаборатор шарттарҙа күҙәнәктәрҙәге вирустың таралыуын туҡтата алған. Инде хәҙер тикшеренеүселәргә кипкән әрем япраҡтары онтағы нигеҙендә препарат булдырыу мөмкинлеген аңлау өсөн һынауҙарҙы дауам итергә тура киләсәк. Уларҙың күҙаллауынса, әлеге уйлап табылған дарыу бигүк ҡиммәт тә булмаясаҡ, ҡайҙа вакцина үткәреү ҡатмарлы, шул яҡтарҙа ҡулланыласаҡ.
Читайте нас: