+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2021, 11:56

Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре алты төбәктә үтәсәк

Быйыл да «Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре» проекты дауам итәсәк. Ошо уңайҙан Рәсәйҙең алты төбәгендә – Ҡурған, Свердлов, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында һәм Ханты-Манси автономиялы округында саралар ойоштороу көтөлә.

Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре барышында төрлө форматтағы осрашыуҙар, фекер алышыуҙар, мәҙәни-ағартыу саралары үтәсәк. Бынан тыш, матди-техник йәһәттән тәьмин итеүгә лә айырым иғтибар биреләсәк.
Әйткәндәй, ҡыуаныслы яңылыҡ та бар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре» проекты республикабыҙҙа дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса республика Башлығы гранты еңеүселәренең береһе тип танылды. Үткән йылда Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Рәсәйҙең биш төбәгендә һәм Үзбәкстан Республикаһында уҙҙы.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: