+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2021, 14:47

Гран-при алыусыларға ҡиммәтле бүләктәр әҙерләнгән

Баш ҡалабыҙҙа өсөнсө тапҡыр «Brilliant Talents» балалар һәм үҫмерҙәр ижады халыҡ-ара интернет-конкурсы үтәсәк. Уның маҡсаты – һәләтле балалар һәм йәштәрҙе асыҡлау, ярҙам итеү, мәҙәни һәм сәнғәт белем учреждениеларының тәрбиәләнеүселәренең башҡарыу оҫталығын арттырыу.

Был бәйгегә 3-тән 17 йәшкәсә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр ғариза бирә ала. Еңеүселәр «Вокал», «Хореография», «Инструменталь жанр», «Үҙенсәлекле жанр», «Театр ҡуйылышы», «Нәфис һүҙ», «Мода театры», «Һынлы сәнғәт» номинациялары буйынса билдәләнәсәк. Сығыштарҙы Рәсәйҙең һәм республикабыҙҙың мәҙәниәт һәм сәнғәт белгестәре баһалаясаҡ.
Һөҙөмтәләр буйынса бөтә ҡатнашыусыларға – дипломдар, етәкселәренә Рәхмәт хаттары биреләсәк. Гран-при алыусыларға ҡиммәтле бүләктәр әҙерләнгән. Шулай уҡ «Тамашасы һөйөүе» призы ла ҡаралған. Өҫтәмә номинациялар ҙа буласаҡ.
Әлеге конкурсты «Башҡортостан һәләттәре», «Максимум» ижади проекты һәм «Матур ТВ» телеканалы ойоштора. Ғаризалар 20 февралгә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо телефондар буйынса 8-965-645-33-77 и 8(996)579-21-88 алырға була.
Читайте нас: