+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2021, 14:06

«Мин үҙем мәктәптә белем алыу яҡлымын», – ти Сбербанк башлығы

Онлайн-уҡыуҙың киләсәге бар, әммә балалар мәктәптә белем алырға тейеш, тип белдерҙе Сбербанк башлығы Герман Греф.

– Онлайн, әлбиттә, киләсәкле, унһыҙ мөмкин түгел. Тик шулай ҙа мәктәптәге белем биреү системаһы хаҡында һөйләгәндә, мин күп тапҡыр әйткәйнем инде, онлайндың офлайнды алыштырыуына ышанмайым. Дөрөҫөрәге, тегеһен дә, быныһын да берләштереүҙе һөйләргә кәрәк. Мин үҙем мәктәптә белем алыу яҡлымын, – тине ул Гайдар форумында.
Герман Греф әйтеүенсә, уҡыусының уҡытыусы менән йәнле аралашыуына бер ни етмәй.
Читайте нас: