+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2021, 16:18

«Пассажир һәм автокресло дуҫлаша» конкурсына һүрәттәр ҡабул ителә

Дуҫтар, «Пассажир һәм автокресло дуҫлаша» тигән республика һүрәттәр конкурсының муниципаль этабында ҡатнашып, ижади һәләттәрегеҙҙе аса, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса алған белемдәрегеҙҙе нығыта алаһығыҙ.

Бәйге ошо номинациялар буйынса үткәрелә:
– «Автомобилдән һаҡлан»;
– «Ретро-автомобиль»;
– «Балалыҡтың изге юлы»;
– «Башавтотрансҡа – 100 йыл!»;
– «Йәшел ут».
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығының 85 йыллығына арналған рәсемдәр махсус призға лайыҡ буласаҡ.
Конкурста 4-тән 18 йәшкәсә тиклемгеләр ҡатнаша ала. Эштәрҙе һынлы сәнғәттең төрлө йүнәлешендә (акварель, гуашь, май, акрил һәм башҡалар) һәм графикала (компьютер графикаһы, ҡәләм, пастель, акварель) башҡарырға мөмкин. Һүрәттәрҙе (фотоларҙы ла мөмкин) 30 ғинуарға тиклем үҙегеҙ йәшәгән район, ҡалалағы мәғариф бүлектәренең электрон почталарына ебәрергә кәрәк.
Иң яҡшы эш авторҙары мәғариф һәм фән министрлығының, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығының дипломдары, ҡиммәтле приздары менән бүләкләнәсәк.
Читайте нас: