+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2021, 16:30

Ҡышын Ғәҙелша шарлауығын күргәнегеҙ бармы?

Ил таяныр ирҙәр холҡон кәүҙәләндергән Ғәҙелша шарлауығы. Яҙын, йәйен матурлығы менән иркәләй, көҙгө тынлыҡта ял мәле, ә ҡышҡыһын ажарланып ғаиләһен, илен һаҡлаған мәлде кәүҙәләндерә. Был- Аллаһтың мөғжизәһе, – тип яҙа берәү интернет селтәрендә. Эйе, бик серле лә, мөғжизәле лә Ғәҙелша шарлауығы!

Ғәҙелша шарлауығы (Ибраһим, Төйәләҫ шарлауығы) – Баймаҡ районында, Ирәндектең көнсығыш тармағы булған Яманташ тауында, Төйәләҫ йылғаһындағы шарлауыҡ. Диңгеҙ кимәленән 800 метр бейеклектә. Өс киртләсле. Юғары киртләсенең бейеклеге – 1,2 метр, икенсе һәм өсөнсө киртләсе- етешәр метр. Шарлауыҡтар араһынан Башҡортостанда иң бейеге һанала. Тирә-яғында йәшмә таралған. Шарлауыҡ 1965 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән һәм дәүләт тарафынын һаҡлана.
Читайте нас: