+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2021, 18:59

Дүртөйлөлә яңы мәктәп асылды

Дүртөйлөлә 4-се мәктәптең яңы бинаһы асылды. Әлеге белем биреү учреждениеһы 400 урынға иҫәпләнгән, был иһә икенсе сменаны бөтөрөргә мөмкинлек бирҙе. Инде хәҙер атай-әсәйҙәргә балаларын түңәрәк-секцияларға йөрөтөү еңелгә тура киләсәк.

– Беҙ мәктәп спорт залын «Мәктәптәргә – спорт көрәше» федераль проекты буйынса йыһазландырҙыҡ. Бында уҡыусылар яратҡан спорт төрҙәре менән шөғөлләнә аласаҡ. Белем усағында шарттар бик һәйбәт, кәрәкле ҡоролма, йыһаздар, ашхана, махсус кабинеттар бар. Беҙ сифатлы белем алыу барышын тәьмин итеп, әһәмиәтле социаль мәсьәләләрҙең береһен хәл иттек, тип ышаныслы әйтә алам, – тип белдерҙе Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов.
Читайте нас: