+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2021, 17:25

1 марттан директорҙың тәрбиә эштәре буйынса кәңәшселәре эшкә тотонасаҡ

Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 марттан Рәсәй мәктәптәрендә директорҙың тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе тигән яңы вазифа индерелә башлай. Ул уҡыу учреждениеһында тәрбиә эштәрен ойоштороу менән шөғөлләнәсәк.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, әлеге вазифа илдең 10 пилотлы төбәгендә индерелә. Директорҙың тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһенә дәғүәселәр «Бала саҡ навигаторҙары» конкурсы ярҙамында һайланасаҡ. Мәғариф министры Сергей Кравцов белдереүенсә, был яңылыҡ педагогия мөхитендә иң яҡшы тәжрибәләрҙе таратырға мөмкинлек бирәсәк.
Читайте нас: