+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2021, 13:05

Рәсәй беренселегендә - көмөш миҙал

Тау саңғыһы спортсыһы, Өфө ҡыҙы Снежана Прайс фристайл буйынса Рәсәй беренселегендә көмөш миҙал яуланы.

Ул Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында тау саңғыһының "биг эйр" төрө буйынса уңышҡа иреште.Әйткәндәй,яҡташыбыҙ Краснодар крайы спортсыһы Ксения Орлованан ғына артта ҡалды. Өсөнсө урынды Санкт-Петербург вәкиле Анна Иванова яуланы.
Снежана өс йыл фристайл менән шөғөлләнә. Былтыр ил беренселегендә Өфө ҡыҙы "алтын" алды. "Интернетта олимпия резервындағы спорт мәктәбе барлығын күргәс, уның тренерын эҙләп таптым. Ул миңә, күнекмәгә кил, ҡарарбыҙ, тине. Шатланып риза булдым. Ә икенсе күнекмәлә трамплиндан һикерҙем. Белһәгеҙ, мин кисергән хис-тойғоларҙы!"- тип иҫенә төшөрә Снежана.Ҡотлайбыҙ!
Фото "Башинформ" сайтынан.
Читайте нас: