+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2021, 15:00

Рәсәйҙә икенсе урындабыҙ!

Әлеге көндә Башҡортостан биләмәһендә 12 меңдән ашыу спорт объекты эшләй. Ошо күрһәткес буйынса республика Мәскәүҙән ҡала икенсе урынды биләй. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов белдереүенсә, 2021 йылға ете спорт объектын төҙөү һәм реконструкциялау планлаштырыла.

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында – бассейн, Шаранда – физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Өфөнөң Киров районында – гимнастика буйынса спорт мәктәбе, Башҡортостандың баш ҡалаһында – ябыҡ футбол манежы, Өфөнөң Октябрь районында – халыҡ-ара Көрәш һарайы, Борайҙа – физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөү һәм Күмертау ҡалаһында "Шахтер" стадионына реконструкциялау эштәре буласаҡ.
Фото uksrb.ru сайтынан.
Читайте нас: