+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2021, 18:35

Уҡытыусылар, ата-әсәләрҙе социаль селтәрҙәрҙә эшләргә өйрәтмәкселәр

«Рәсәй – мөмкинлектәр иле» президент платформаһына ингән «ТопБлог» конкурсында «Белем хаҡында», «Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте медиайөҙө» тигән яңы йүнәлештәр барлыҡҡа киләсәк. Улар социаль селтәрҙә төркөмдәрҙе алып барыу, шәхси брендты үҫтереү оҫталыҡтарына өйрәтәсәк.

Тәүге йүнәлештә уҡытыусылар, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, төбәк министрлығы хеҙмәткәрҙәре, колледж педагогтары һәм уҡыусыларҙың ата-әсәләре ҡатнаша ала.
– Уҡытыусы һөнәрен тағы ла абруйлыраҡ һәм популяр итергә теләйбеҙ. Социаль селтәрҙәр педагогтар, уларҙың уңыштары һәм балалар менән алып барған эштәре хаҡында күберәк һөйләргә ярҙам итәсәк. Уҡыусыларҙың ата-әсәләре ведомствоның эше һәм мәғариф системаһына индерелгән яңылыҡтар хаҡында дөрөҫ мәғлүмәт алыуҙары беҙҙең өсөн мөһим. Бының өсөн социаль селтәрҙәр ярҙамында беҙ аудиторияға яҡын булырға тейешбеҙ, – тип билдәләне мәғариф министры Сергей Кравцов.
Әлеге йүнәлештең эксперттары һәм остаздары араһында мәғариф министрлығы вәкилдәре, был өлкәлә үҫешкән билдәле блогерҙар ҙа бар. Ғаризалар 5 февралгә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса https://topblog2020.ru/ алырға була.
Читайте нас: