+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2021, 13:35

Бөтә Рәсәй инвалидтар спартакиадаһының I этабы үтәсәк

26-28 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан инвалидтарының Бөтә Рәсәй спартакиадаһының беренсе этабы һәм Рәсәй махсус Олимпиадаһының республика спартакиадаһы үтәсәк.

Ярыштар "Аҡ йорт" тау саңғыһы комплексында һәм Глумилинда үтәсәк. 26 ғинуарҙа супер-гигант ярыш төрө планлаштырылған, ә 27 ғинуарҙа - супер-гигант һәм слалом дисциплинаһы.
"Ярыш йомғаҡтары буйынса III Бөтә Рәсәй инвалидтар спартакиадаһының икенсе этабында (финал ярыштарында) ҡатнашыу өсөн Башҡортостан йыйылма командаһы тупланасаҡ. Финал ярыштары 11 марттан 19-на тиклем Красноярскиҙа уҙа. Командалар составына 10-20 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар инә ", - тип белдерҙеләр республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Фото "Башинформ" сайтынан.
Читайте нас: