+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2021, 17:55

Мостай Кәримдең "100 шиғыр" йыйынтығы

Мостай Кәримдең "Инеш" нәшриәтендә донъя күргән "100 шиғыр" йыйынтығы " 2019 йылдың иң яҡшы китаптары" конкурсы йомғаҡтары буйынса "50 иң яҡшы төбәк баҫмаһы" исемлегенә инде.

"100 шиғыр" китабына Мостай Кәримдең иң яҡшы шиғырҙары тупланған. Баҫманың тиражы – 3000 дана, күләме – 150 бит.
Мостай Кәрим исемендәге фондтың күләмле акцияһы барышында Башҡортостан халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан "Инеш" нәшриәтендә уның "100 шиғыр" һәм "Беҙҙең өйҙөң йәме" йыйынтыҡтары баҫылып сыҡты.
Фото: Мостай Кәрим исемендәге фонд архивынан.
Читайте нас: