Ҙур сараны район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев асып, килгән ҡәҙерле ҡунаҡтарға һәм сараға йыйылыусыларҙың барыһына ла тәбрик һүҙҙәрен еткереп, уйында ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Уйындың башланыуын барыһы ла ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Боҙға сыҡҡан хоккейсы егеттәрҙең милли кейемдәрҙә башҡарған бейеүҙәре ҙур алҡыштарға күмелде. Халыҡ ижады үҙәге артистарының сығыштары ла матур сараға йәм өҫтәне.
Тәүге шайбаны Фәнис Әминев боҙға ташлап, хоккейға старт бирҙе. Баш судья – "Баһадир" физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Илшат Хәмитов уйын барышын тулыһынса үҙ контроленә алды.
Хоккей уйыны бик тә сәмле һәм ҡыҙыу барҙы. Ололар командаһы үҙҙәренең тәжрибәһен ҡулланһа, йәштәр иһә көстәренә таянды. Мәрәй һандары буйынса әбйәлилдәр еңеү яуланы һәм кубокка эйә булды. Икенсе урынды – ”Баяс”, өсөнсөнө “Алдар батыр” командалары алды. Барыһына ла миҙалдар, Почет грамоталары тапшырылды.
Уйнап арығандар тирмәлә боҫрап ҡайнап ултырған еҙ самауыр сәйе менән һыйланды. Түбәнге Яйыҡбай ауылының тарихын, бөгөнгөһөн, шәхестәрен күрһәткән бай күргәҙмә иһә икенсе тирмәгә ҡуйылған ине. Иң ғәжәпләндергәне – ғәрәп хәрефтәре менән ауылдың исеме яҙылған алтаҡта ине. Ул үҙе бер ҙур тарихты һаҡлай, – тип яҙа Лилиә Такаева.
Һоҡланғыс күренеш! Бына шулай сәләмәт тормош менән ҡайнап йәшәй, Яйыҡбайҙар! Маладистар!