Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2021, 18:46

Иң яҡшы афиша һәм плакат эшләүгә конкурс бара

Мәктәп һәм студенттарҙың театр коллективтарының «Театраль Волга буйы» фестивале үтеү айҡанлы иң яҡшы афиша һәм плакатты эшләүгә конкурс иғлан ителде. Унда 6-нан 17 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр, шулай уҡ 18-ҙән 30 йәшкә тиклемге йәштәр ҙә ҡатнаша ала.

Конкурсҡа һынлы сәнғәт эштәре (һүрәттәр), компьютер технологиялары, Adobe Photoshop, Adobe Illustrator, Corel Draw график программаларын ҡулланып башҡарылған эштәр JPG, PNG, PDF форматында ҡабул ителә.
Афиша, тигәндән беҙ һүрәтте (макет) күҙ уңында тотабыҙ. Был эш фестиваль, төбәк этабы программаһы, фестивалдә ҡатнашҡан ниндәйҙер спектакль хаҡында мәғлүмәт бирергә, финалда тауыш биреүҙә ҡатнашырға саҡырырға тейеш.
Бында ебәрелгән эштәрҙең А3 форматында башҡарылып, конкурстың темаһына, жанрына, маҡсатлы аудиторияһына тап килеүе мөһим. Һәр ҡатнашыусы электрон рәүештә 3-тән дә ашмаған афиша һәм плакат ебәрә ала.
Ғаризалар [email protected] электрон почтаһы буйынса 25 февралгә тиклем ҡабул ителә. Конкурста ҡатнашыусы фестивалдең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәренә яҙылырға тейеш: «Бәйләнештә» – vk.com/theatres.fest, «Фейсбук»та – www.facebook.com/theatres.fest, «Инстаграм»да – www.instagram.com/theatres.fest/. Тулыраҡ мәғлүмәтте 8(347)289-66-96, 8-927-320-64-42 телефондары буйынса алырға була. (Тәнзилә Сәғит ҡыҙы Ҡалмырҙина).
Читайте нас в