+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2021, 13:43

Өйҙә боронғо ҡомартҡы әйберҙәрегеҙ булһа...

– Халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, тарихы бик бай. Шул уҡ ваҡытта күҙ алдында ғына ятҡан әйберҙәргә күп осраҡта иғтибар итеп тә бармайбыҙ, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ҡәҙерле ҡомартҡы икәненә үҙебеҙ ҙә төшөнөп етмәйбеҙ, ахыры. Тап ана шул, беренсе ҡарамаҡҡа күҙгә салынып бармаған, әммә бай тарихлы ҡомартҡыларға иғтибар йүнәлтеү, уларҙы тейешенсә баһалау маҡсатын ҡуя был конкурс, – тип хәбәр итәләр «Бәйләнештә» селтәрендәге «Булат» тарихи реконструкция һәм этномәҙәни үҫеш үҙәге төркөмөндә. Әлеге «Йәдкәр» конкурсы 1 февралдән 30 апрелгә тиклем үткәрелә. Уны «Булат» тарихи реконструкция һәм этномәҙәни үҫеш үҙәге һәм БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы ойоштора.

Күп ғаиләләрҙә быуындан-быуынға күсеп, һаҡланып килгән изге ҡомартҡылар бар. Улар – беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ хаҡында тере хәтер. Борондан ҡалған был әйберҙәр ғаилә тарихы, йәшәү рәүеше шаһиттары. Был конкурста ҡатнашыу өсөн көнкүреш йәки халҡыбыҙҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәтендәге боронғо әйберҙе төрлө яҡтан фотоға төшөрөп, [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Әлеге бәйгелә 1940 йылға тиклемге ҡомартҡылар ҡатнаша ала. Улар таҙартылмаған, буялмаған, үҙенең тәбиғи торошонда булырға тейеш. Фотолағы әйбер хаҡында мәғлүмәт тә булыуы мөһим. (Яҡынса һорауҙар: унда нимә кәүҙәләндерелгән, уның тәғәйенләнеше, һеҙҙең ғаиләгеҙгә нисек килеп эләккән, был әйбер менән бәйле ғаилә тарихы, әлеге ҡомартҡы хәҙерге көндә ҡайҙа һәм кемдә һаҡлана?)
Конкурста, йәшкә ҡарамай, бөтә теләүселәр ҙә ҡатнаша ала. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа сертификат аласаҡ, бәйге һөҙөмтәһе буйынса I, II, III урындар билдәләнәсәк. Еңеүселәргә дипломдар, иҫтәлекле приздар тапшырыласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо төркөмдә https://vk.com/club156374223 алырға мөмкин. Конкурстың координаторы – филология фәндәре кандидаты, доцент Айнур Үтәев, телефоны – 8 903 35 28 238.
Читайте нас: