+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 17:30

Азат Айытҡолов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде

Атаҡлы ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Был юғары награданы музыкантҡа мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Азат Айытҡоловтың 65 йәшлек юбилейына бағышланған концерт үткәйне. Унда филармония артистары, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, артистың ҡурайсы-хеҙмәттәштәре һәм уҡыусылары ҡатнашты. Юбилярҙы ҡотларға Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы райондарынан да вәкилдәр килгәйне.
Азат Айытҡолов – сығышы менән Йылайыр районы Юлдыбай ауылынан, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Уның исеме профессиональ музыканттарға ла, шулай уҡ һәүәҫкәр моң һөйөүселәргә лә бик яҡшы таныш. Азат Миңлеғәле улы Башҡорт дәүләт филармонияһында 1978 йылдан алып солист-инструменталист булып эшләй. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында башҡорт музыкаһы факультетын етәкләй. Бында үҙенең оҫталығын йәш быуын ҡурайсыларына еткерә.
Азат Айытҡолов Башҡортостандың милли сәнғәтен бик күп сит илдәрҙә һәм ҡитғаларҙа ла күрһәтте. Ул республикабыҙ һәм унан ситтә уҙғарылған ҙур мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Читайте нас: