+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 14:31

Башҡортостанда ике мобиль технопаркы үҙ эшен башланы

Республикабыҙҙа ике «Башҡортостан кванториумы» мобиль технопаркы эшләй башланы. Улар 12 райондан 2 меңдән ашыу уҡыусыны йәлеп итәсәк.

Инде хәҙер ауыл ерендә йәшәүсе ҡыҙҙар һәм малайҙарға ла юғары технологиялы ҡоролмалар менән шөғөлләнеү, мәғлүмәти технологиялар, виртуаль һәм өҫтәмә ысынбарлыҡты, пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүҙе, геоинформатика, сәнәғәт дизайнын һәм робот техникаһын өйрәнеү мөмкинлеге килеп тыуҙы. Үткән йылда октябрҙән декабргә тиклем мобиль технопарктың педагогтары ауыл мәктәбе уҡыусыларына дистанцион белем биргәйне, 2021 йылдың ғинуарынан майға тиклем күсмә практик дәрестәр үткәреләсәк.
19 ғинуарҙан Ауырғазы районының Талбазылағы 3-сө мәктәбендә мобиль технопаркы ресурстарын ҡулланып, тәүге дәрестәр ойошторолдо. Бер аҙна эсендә балалар 3D-принтерҙа сығарыу өсөн 3Д-моделдәр эшләргә, Ардуино микроконтроллеры нигеҙендә ҡоролмаларҙың конструкцияһын төҙөргә, квадракоптерҙы автономлы осошҡа программаларға өйрәнде, Scratch программалау телендә уйындар ҙа эшләнеләр, виртуаль ысынбарлыҡ күҙлектәре өсөн уйындар эшләү нигеҙҙәре менән дә таныштылар.
Ә 25 ғинуарҙан икенсе технопарк Архангел районының Тирәкле ауылында үҙ эшен башланы. Тәүге көндө үк VR-квестар, өҫтәмә ысынбарлыҡ буйынса интерактив уйындар, голограмманы тауышландырыу өсөн ҡоролмалар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте.
Был мобиль технопарктарҙа уҡыусылар ике аҙна буйына проекттар эшләйәсәк, ә йомғаҡлау сараһында үҙҙәренең эш һөҙөмтәһен күрһәтәсәктәр.
Читайте нас: