+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 14:01

Президенттан бүләк

Яңы йыл алдынан Өфө районы Булгаков ауылының лицей уҡыусыһы, 17 йәшлек Артём Ғәниев Владимир Путинға хат яҙған.

Унда Президент менән шәхси осрашып, бергә фото төшөү теләген белдергән. Ошо көндәрҙә егеткә ил етәксеһенең автографлы фотоһы тапшырылды. Республика буйынса федераль инспектор Михаил Закомалдин Дәүләт Башлығының Ҡабул итеү бүлмәһендә үҫмергә бүләкте бирҙе. Артём – уҡыу алдынғыһы, буласаҡ һөнәрен һайламаған әле.
– Иң мөһиме – мин патриот, үҙ илемде яратам һәм президентыбыҙҙы хөрмәт итәм. Унан өлгө алырға тырышам. Киләсәктә, шәхси осрашыуҙар ҙа булыр әле, Алла бойорһа, – тине Артём ҡыуанып.
Читайте нас: