-14 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2021, 16:35

"Архив документтарында ғаиләм тарихы"

Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы булышлығында Башҡортостан Республикаһының Милли архивы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арналған "Архив документтарында ғаиләм тарихы" темаһы буйынса IV асыҡ республика генеалогик конкурс иғлан итте.

Конкурс 25 ғинуарҙан алып 1 апрелгә тиклем төрлө йәштәгеләр өсөн айырым уҙғарыла:
– VIII – X синыф уҡыусылары һәм колледж студенттары;
– юғары уҡыу йорттары студенттары һәм 30 йәшкә тиклемге йәштәр.
Ижади бәйге өс номинация буйынса үткәрелә:
  1. "Яҙмалар документтарында тыуған төйәгемдең тарихы".
  2. "Ғаилә архивы – шәжәрәгә асҡыс".
  3. "Минең яҡташым - билдәле шәхес".
  4. Ғилми-тикшеренеү эштәре 2021 йылдың 10 мартына тиклем ҡабул ителә. Ғаризалар өсөн электрон адрес: Urakaeva.aa @ bashkortostan.ru.
    Конкурстың положениеһы менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://archive.bashkortostan.ru/documents/active/333193/
    Фото pikabu.ru сайтынан.
    Читайте нас в