+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2021, 16:57

15 лауреат исемлегенә ингән

Салауат ҡалаһының урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ирина Саутова «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» конкурсының 15 лауреаты исемлегенә ингән. Был хаҡта бәйгенең рәсми сайтында хәбәр итәләр.

– Пастернак шиғриәтенә арналған урыҫ әҙәбиәтенән конкурс дәресе уҡыусыларҙы ғына түгел, дәрестә ҡатнашыусыларҙы ла, шулай уҡ онлайн режимда уҡытыусының һөнәри оҫталығы менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы ла мәңгелек темаларға тәрәнерәк сумырға мәжбүр итте, – тип билдәләй конкурсты ойоштороусылар.
Конкурс дауам итә.Ирина Саутоваға илдең йыл уҡытыусыһы исемен алыу өсөн көрәшергә кәрәк әле. Еңеүсе икенсе һәм өсөнсө тур һынауҙарынан һуң билдәле буласаҡ.
Читайте нас: