-14 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2021, 18:48

Рауил Бикбаевтың «Шәйехзада Бабич. Тормошо һәм ижады» китабының исем туйы үтте

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы Рауил Бикбаевтың «Шәйехзада Бабич. Тормошо һәм ижады» тигән китабының исем туйын үткәрҙе.

Был сарала Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Юлдаш Зиннуров, Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, шағирҙың тол ҡатыны Фәриҙә Бикбаева, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаттары Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллина, Тамара Искәндәриә, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаевалар, zoom платформаһы аша республикабыҙҙың китапхана хеҙмәткәрҙәре, Ырымбурҙан вәкилдәр ҡатнашты.
– 2020 йылдың апрель айында беҙгә Хөкүмәт ҡарамағындағы китап нәшерләү комиссияһының ултырышы ваҡытында: «Күп эш башҡараһығыҙ, әҫәрҙәр сығараһығыҙ, хәҙер шул әҫәрҙәргә ҡушып, уларҙың авторҙарының тормошон, ижадын анализлаусы китаптар, хеҙмәттәр булһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине», – тигән тәҡдим яңғырағас, быны ҡуш ҡуллап ҡаршы алдыҡ. Апрель айында, ваҡыт ҡыҫҡа булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең барлыҡ ижади команда ныҡлап эшкә тотондо. Ошо китаптар сериялап донъя күрҙе. Был ике китап менән генә туҡталып ҡалмаясаҡбыҙ, 2021 йылда Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың да китабын эшләргә теләйбеҙ. Ундай хеҙмәттәр беҙҙә етерлек. Был серия юғалып ҡалмаһын, барыһы ла үҙебеҙҙән тора, – тип белдерҙе нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева.
Зәки Әлибаев үҙенең сығышында Рауил Бикбаевтың һуңғы көнөнә тиклем шағир тормошо, ижады менән йәшәүен билдәләп китте. Был һүҙҙәрҙе шағирҙың тол ҡатыны Фәриҙә Бикбаева ла ҡеүәтләне.
Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев әйтеүенсә, ошондай осрашыуҙар артабан да дауам итәсәк.
Читайте нас в