Әлеге премия бирелә башлауға 22 йыл тулды. Ошо ваҡыт эсендә 58 ҡәләм оҫтаһы ошондай баһаға лайыҡ булған. Быйылғы Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһы «Мораҙым» гәзите хәбәрсеһе, йәш шағирә Айгөл Айытҡолова, Мораҡ балалар ижады үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы, яҙыусы Тәлғәт Ишемғолов һәм Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарын хуплау үҙәге етәксеһе Илшат Бикҡоловҡа тапшырылды.