+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 18:00

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар

Ҡыш көнө бейек, ҡатлы йорттар янынан үткәндә һаҡ булырға кәрәк. Баш ҡалала ҡар шыуып төшөп, өс кешенең һаулығына зыян килтергән.

Шуныһы үкенес, бәләгә тарыусылар араһында 4 йәшлек бала ла бар. Медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң улар өйҙәренә ебәрелгән.
Тәбиғәт шарттары көн дә ҡырҡ төрлөгә үҙгәреп тора. Йорт түбәләренән ҡар өйөмдәре, боҙ төшөү ҡурҡынысы айырыуса ҙур. Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре бар ерҙә лә бер юлы булып өлгөрөп тә етмәйҙер инде, шуға күрә үҙебеҙ иғтибарлы булайыҡ, дуҫтар! Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.
Фото newsbash.ru сайтынан.
Читайте нас: