+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 16:25

Башҡортостанда йылҡысылыҡ фестивале уҙасаҡ

Баймаҡ районы был сараның үҙәгенә әйләнәсәк. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2 февралдә үткән "Ауыл сәғәте" кәңәшмәһендә белдерҙе.

– Беҙ шундай амбициоз маҡсаттар ҡуйғанбыҙ һәм уны мөмкин тиклем тиҙерәк тормошҡа ашырырға тейешбеҙ. Республика етештереүселәренең сауҙа селтәрҙәре менән бергә хеҙмәттәшлек итеүенә өлгәшергә кәрәк. Уларҙы баҙар майҙансыҡтарына сығарыу, төрлө тематик проекттарға саҡырыу мотлаҡ. Мәҫәлән, Баймаҡта йылҡысылыҡ менән бәйле фестиваль уҙғарырға килештек. Унда мотлаҡ традицион кәсеп, аҙыҡ-түлек, туризм элементтары күрһәтелергә тейеш. Заманса тенденцияларҙың береһе – интернет аша сауҙа үҫешенә өлгәшергә кәрәк. Республикала етештерелгән продукцияны һатыу майҙансығын киңәйтеү өсөн был йүнәлеш буйынса ныҡлы шөғөлләнергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Фото интернет селтәренән.

Читайте нас: