+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 18:50

Көндәр һыуыта

Февраль айының беренсе аҙнаһы йылы һауа торошо менән ҡыуандырһа ла, был оҙаҡҡа бармаясаҡ,тиҙәр.

Ял көндәрендә үк температураның ҡапыл үҙгәреүе көтөлә. 6 февралдә республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә плюсҡа тиклем күтәрелһә, ә йәкшәмбенең төнөндә температура киҫкен – 13 градусҡа төшәсәк.
Ә бына февраль айының икенсе аҙнаһы тағы ла һалҡыныраҡ булыр, тип иҫкәртәләр. Яуым-төшөм көтөлмәй. Термометр бағаналары төнөн – 30 градусҡа тиклем төшөргә мөмкин, тип фаразлай "Гисметео" порталы.
Фото интернет селтәренән.
Читайте нас: