+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 17:27

Баш ҡалабыҙ китапханалары ла Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

Баш ҡалабыҙҙың үҙәкләштерелгән киң күләмле китапханалар системаһы ла Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө уңайынан ойошторолған «Һөйөү менән китаптар бүләк итегеҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Был көн күп илдәрҙә 14 февралдә билдәләнә.

Әлеге акцияны балаларҙа уҡырға ҡыҙыҡһындырыу уятырға ярҙам итеүсе мәҙәниәт, сәнғәт һәм мәғариф эшмәкәрҙәренең «Уҡыусылар үҫтерәбеҙ» ассоциацияһы ойоштора. Өфө ҡалаһында был акция 8 – 14 февралдә уҙасаҡ.
Акцияның төп маҡсаты – китаптың элек тә, хәҙер ҙә матур бүләк булып ҡалыуын хәтергә төшөрөү. Йола буйынса, уның барышында китапханалар, китап магазиндары, музей, мәктәп, гимназия-лицейҙарҙа китапханалар һәм балалар учреждениелары өсөн китаптар йыйыу ойоштороласаҡ.
Читайте нас: